Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донбассты ҡамауға алыуға ҡаршылыҡ белдереп Енакиево ҡалаһында ун меңдән ашыу кеше урамға сыҡҡан. Демонстранттар Рәсәй менән иҡтисади бәйләнештәрҙе мотлаҡ тергеҙеү һәм нығытыу кәрәклеген билдәләгән. Улар Донецк һәм Луганс республикалары башлыҡтарының Украина юрисдикцияһындағы предприятиеларға тышҡы идара индереү, Киев транспорт блокадаһын туҡтатмаған осраҡта Украинаға ташкүмер ташыуҙы туҡтатыу тураһындағы берлектәге белдереүен хуплаған.

Германияның Кельн ҡалаһында сәйәсмәндәрҙең тын тултырылған һындары парады үткән. Ойоштороусылар Трампҡа мәктәп формаһы кейҙергән, ә Меркель бөжәк, Борис Джонсон ыштанһыҙ малай булараҡ күрһәтелгән.

Сицилияла Европалағы иң бейек вулкан Этна атылған. Белгестәр әйтеүенсә, вулкан кешеләр өсөн дә, объекттар өсөн дә ҡурҡыныс тыуҙырмай.

Калифорнияның Риверсайд ҡалаһында торлаҡ йорттарға самолет ҡолаған. 4 кеше һәләк булған. Самолет ҡолағандан һуң янғын башланған.