Башҡорт ғаиләһе көнө

Тулыраҡ: Башҡорт ғаиләһе көнө

Башҡорт ғаиләһе көнө. Календарҙа яңы байрам барлыҡҡа килде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты 1 мартты башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан итте.

Федоровка районы Батыр ауылы ағинәйе ейәнсәренә башҡорт бейеүҙәрен өйрәтә. Хәлисә Багаева милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булған аҫыл биҙәктәрен, йолаларҙы, милли рухты, үҙаңды йәштәргә еткерергә тырыша. Бәләкәй Зәлифәгә ҡашмау ҙа эшләп биргән. Уның был һәләте мираҫ булып быуындан-быуынға күсә килә.

Ә Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматовалар боронғо башҡорт орнаменттарын ҡулланып көндәлек тормоштағы замана кейемдәрен тегә.

Был балаҫтар Әлшәй районы Иҙрис ауылынан килтерелгән. Муллағәлиевтар ғаиләһе балаҫ һуғыу оҫталығын быуындан-быуынға еткерә килә. Кәсепте улар заманға яраҡлаштырып та алған. Мәҫәлән был ябай ғына станокта тиҙ генә билбауҙар һуғырға мөмкин.

Башҡорт ғаиләһе көнө сиктәрендә Башҡортостан дәүләт концерт залында ойошторолған күргәҙмәгә Светлана Раян ҡыҙы улының тәүге эштәрен, ҡоролмаларын алып килгән.

Күргәҙмәлә биҙәүестәр, уйын ҡоралдары, милли ризыҡтар, һәм халҡыбыҙҙың башҡа матди һәм рухи хазиналары менән танышырға мөмкин ине. Ә инде сәхнә түрендә — республиканың төрлө тарафтарынан йыйылған өлгөлө башҡорт ғаиләләре. Бала күңелен иман нуры менән байытып үҫтергән рухлы Хафизовтар ғаиләһе “Тәүфиҡ – бәхет башы” тигән диплом менән бүләкләнде. Улар һигеҙ балаһы менән бергә Ишембай районынан килеп еткән.

Ә Бөрйән районында йәшәүсе Боҫҡоновтар спорт ярҙамында сыныға.

Ысынлап та, физик көс тә, милли рух көсө лә ғаиләлә тәрбиәләнә. Тамырыбыҙ ныҡ булғанға башҡорт халҡы йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалған, хәҙер инде уны түкмәй-сәсмәй йәш быуынға тапшырырға кәрәк.

“Матур ғаилә – ил ҡото” төбәк-ара форумы Башҡорт ғаиләһе көнөнә матур башланғыс һалды. Хәҙер ошо рухлы байрам йолаға әйләнде. Киләһе йылға иһә “Ырыумдың иң матур ғаиләһе” конкурсҡа ла старт бирелде.