Бөгөн төбәк башлығы указына ярашлы “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте

Тулыраҡ: Бөгөн төбәк башлығы указына ярашлы “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте

Бөгөн төбәк башлығы указына ярашлы “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре булған 42 әсәне хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Салауат Тәлғәт улы Сәғитов тәбрикләне.

1998 йылдан алып Башҡортостанда 7224 ҡатын-ҡыҙға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылған. Бөгөн был исемлеккә тағы ла 42 бәхетле әсә теркәлде.

Биш бала табып тәрбиәләгән әсәләрҙең күбеһе хужабикәләр һәм ауыл ерендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар. Күп итеп мал-тыуар тотҡан, хужалығынан табыш алыуға өлгәшкән һәм балаларын төрлө яҡлап үҫтереүгә, белемле, һөнәрле итеүгә күп көс һалған ҡатын-ҡыҙҙар улар.

Төрлө кимәлдәге ойошма-предприятиеларҙа эшләп йөрөп тә, биш балаға әсә булырға йөрьәт итеүселәр бар араһында. Мәләүез районынан Зәлиә Әхтәм ҡыҙына, мәҫәлән, ҡыҙҙары йортта ғына түгел, эшендә лә ҙур ярҙамсы.

Бала табыу мөмкинлеге – ул яҙмыш бүләге, ти әсәйҙәр һәм тик күп бала булғанда ғына йортобоҙ тулы, тип һөйөнәләр. Ғәҙәттә ғаиләлә яңғыҙ һәм, киреһенсә, үҙҙәре ишле ғаиләлә үҫкәндәр генә ҙур ғаиләнең бөтә йәмен белеп йәшәй.

Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа, ти. Әгәр ҙә мөхәббәттә яралған икән һәм уны үҙенән алда донъяға килгән дүрт ағай-апайҙары көтөп тора икән – был икеләтә бәхет. Ә ғаиләләге биш баланы үҫтереп, белемле итеп, йәшәтеп ебәреу, уларҙың уңыштарына һөйөнөп ғүмер итеү – ата-әсәнең бәхете һәм ҙур ҡаҙанышы.