Юлдар ҡапланды, ҡыйыҡтарҙан төшкән ҡар һәм боҙҙарҙың кеше ғүмеренә хәүеф менән янауы борсоуға һала. Мул яуым-төшөмгә бәйле бәлә-ҡазаларҙа бигерәк тә балаларҙың зыян күреүе үкенесле. Үлем осраҡтары теркәлде. Өфө районы Дубки ауылында үҫмерҙең, Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында 7 йәшлек баланың үлемендә кем ғәйепле? Өфө районы Дубки ауылы. Ата-әсәһе менән ял көндәрендә ҡунаҡҡа килгән 13 йәшлек үҫмер тиҫтерҙәре менән һыу башняһы янындағы боҙ тауынан шыуа. Шул саҡта уның өҫтөнә ҙур боҙ киҫәге төшә. Асыҡланыуынса, башня бер ваҡытта ла боҙҙан һәм ҡарҙан таҙартылмаған. Идарасы компанияның хеҙмәткәрҙәре һүҙенән, был хәлдең сәбәбе лә бар – һуңғы тапҡыр таҙартҡанда эшселәрҙең береһе йәрәхәтләнгән. Шуға ҡарамаҫтан был урындың кешеләр өсөн хәүефле булыуы тураһында яҙыу тик 13 йәшлек үҫмерҙең үлеменән һуң ғына барлыҡҡа килде һәм ауыл хакимиәтендә киләсәктә кәртә ҡуйыу тураһында һүҙ күтәрелде.Тәфтишселәр тағы ла Өфө ҡалаһына ҡараған Тимашево ҡасабаһында ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен асыҡлай. Бында ҡар өйөмө аҫтынан 11 йәшлек малайҙың мәйетен сығарҙылар. Балалар майҙансығы янында тупланған ҡар өйөмө шәхси йорттарҙың береһенән трактор ярҙамында сығарып өйөлә.22 февралдә Өфөлә булған хәл, иһә, бала өсөн ауыр йәрәхәттәр менән тамамланды. Ике йәшлек Саша һәм уның әсәһе Светлана дауаханаға саф һауала йөрөргә сыҡҡан арала эләгә. Өфөнөң Ферина урамында 12 ҡатлы йорт ҡыйығынан санала ултырған бала өҫтөнә ҡарлы боҙ ишелә. Саша баш-мейе йәрәхәте менән 17-се балалар клиник дауаханаһына оҙатыла. Малайҙың ата-әсәһе бөтә ғәйепте торлаҡ-коммуналь хеҙмәтендә күрә һәм идарасы ойошманы судҡа бирергә ниәтләй.Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында ла тауҙан ҡар ишелеү сәбәпле 7 йәшлек бала һәләк булды. Өс малай мәктәптән ҡайтҡас Алсын-бай тауына бара. 30 метр бейеклеккә менеп аҫҡа шыуа башлайҙар. Арттарынса ишелгән ҡар ике малайҙы ситкә йығып, урталағыһын күмеп китә. Ярҙамға килгән өлкәндәр баланы ҡаҙып ала һәм дауаханаға оҙата. Дауаханала ул баш һөйәгенең йәрәхәтәтләнеүенән һәләк була.Бер-бер артлы һәләкәткә осраған балаларҙың ғүмере өсөн кем яуаплы? Һуңғы хәлдән һуң, Таулыҡай ауылы биләмәһе башлығы Мәхмүзә Сәғәҙәтова, тәү сиратта ата-әсәләрҙе балаларына ҡарата иғтибарлыраҡ булырға саҡырып сығыш яһаны. Белгестәр әйтеүенсә, йылдың ҡайһы миҙгеле, тәүлектең ҡайһы сәғәте булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәләр балаларын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Балалар менән хәүеф барлығы тураһында йыш әңгәмәләшергә, аңлатырға, төшөндөрөргә кәңәш итә улар.
Республиканы быйыл ҡар һәләкәте баҫты
Тулыраҡ: Республиканы быйыл ҡар һәләкәте баҫты