Башҡортостанда 20 меңдән ашыу хеҙмәткәр аутсорсингҡа күсерелә

Тулыраҡ: Башҡортостанда 20 меңдән ашыу хеҙмәткәр аутсорсингҡа күсерелә

Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевтың губернаторҙар менән осрашыуында белдерҙе. Төбәк етәксеһе фекеренсә, был сара бюджет аҡсаһын һаҡсыл тотонорға булышлыҡ итә. Үткән ике йылда республикала өйҙә социаль хеҙмәтләндереү бурысын шәхси эшҡыуарҙарға тапшырыу ҡаҙнаға 500 миллион һумлыҡ файҙа килтергән. Әлеге ваҡытта ҡала һәм райондарҙа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларындағы туҡланыу блоктарын аутсорсинг компаниялары иңенә күсереү бара. Бюджет учреждениеларында эш урындары ҡыҫҡартыла, әммә кешеләр хеҙмәтен юғалтмай. Башҡаланың Дим районы балалар баҡсалары ашнаҡсылары был яңылыҡты тыныс ҡабул итте.2016 йылда асылған баҡса заман талаптарына тап килә, бында балалар өсөн шарттар уңайлы. 300-ҙән ашыу баланың көнөнә 4 тапҡыр туҡланыуы ҡаралған. Ризыҡ төрҙәре 10 көнгә алдан төҙөлә. Беренсе апрелдән Дим районында ғына мәктәпкәсә 13 белем биреү учреждениеһы балаларҙы туҡландырыу бурысын аутсорсинг селтәренә йөкмәтә. Бөгөнгә 50 кеше эш биреүсе ойошманы алмаштырыу тураһында ғариза яҙған. Бер яҡтан был бюджеттағы штат берәмектәрен оптималләштерһә, икенсенән махсуслашҡан хеҙмәтте үҙ эшенең оҫталарына тапшырып уның сифатын яҡшырта, ти район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Ирек Усманов. Аутсорсинг компанияһында иһә штат берәмектәренең киңәйеүенә ҡараш эшлекле. Ойошманың бурыстары артыу менән тауар әйләнеше күләме лә үҫешә. Өфөнөң мәктәп һәм балалар баҡсаларын туҡландырыу үҙәгендә хеҙмәткәрҙәр һаны йәнә 350 кешегә арта. Әле 30-35 бала туҡландырылһа, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын хеҙмәтләндерә башлау менән уларҙың һаны 15 меңгә күбәйә. Үҙәк әлеге мәлдә яңы бинаға күсеү менән мәшғүл. Яңы хеҙмәткәрҙәр инструктаж үтә. Цехтарға махсус йыһаздар һатып алынған. Уларҙы урынлаштырып эш башлар өсөн ике аҙналап ваҡыт бар. Ата-әсәне иң борсоған һорау – аҙыҡ-түлектең сифатына килгәндә – улар ҡәтғи талаптарға яуап бирә. Әлегә балалар баҡсаларындағы ризыҡ төрҙәре элеккесә ҡала, туҡланыу блоктары сеймал менән тәьмин ителәсәк. Һәр кемгә шик һалған ярымфабрикат төшөнсәһе был осраҡта әҙер аҙыҡты йылытыуҙы түгел, ә сеймал кимәлендәге котлета, ит киҫәктәрен, йыуып-таҙартылған йәшелсә-емеште бешереп биреүҙе аңлата. Республика буйынса белем биреү учреждениеларының барыһы ла тиерлек дөйөм туҡланыу мәсьәләһен аутсорсинг компаниялары менән берлектә хәл итә. Был ысул мәктәп һәм балалар баҡсалары өсөн үҙен ыңғай яҡтан дәлилләй. Аутсорсинг хеҙмәтенә ихтыяждың ғәҙәттә кризис мәлендә артыуы мәғлүм. Эшҡыуарлыҡтың был төрөндә хеҙмәттәр исемлеге ҙур, әммә улар әлегә киң таралмаған. Тимәк, аутсорсинг менән шөғөлләнергә тәүәккәлләгән йүнселдәргә мөмкинлектәр асыла.