Республика юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала

Тулыраҡ: Республика юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала

Республика юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала. Юл-транспорт фажиғәләре арта.

Күп осраҡта водителдәр һауа шарттарын иҫәпкә алмай күңелһеҙ осраҡтарға тарый. Юлдар тайғаҡ, соҡорло юлды урап үтәм тип рульде аҙ ғына бороу ҙа бына ошондай хәлгә килтереүе ихтимал. Өфө-Дүртөйлө юлында затлы автомобилдәр тейәгән йөк машинаһы юл ситенә төшөп киткән. Көйөргәҙе районында йәшәүселәр, ауылдар араһында юлдар бөтөнләй юҡ тип хәбәр итә. Ҡансура менән Егорьевка ауылдары араһын ҡар баҫҡан. Халыҡ ҡар ҡамауында ҡалған.