Аварияға тарыған цирк юлбарыҫтары Ырымбур өлкәһенән Өфөгә килеп етте. Әле хайуандарға ҡурҡыныс янамай, сығышҡа тиклем улар тулыһынса тынысланасаҡ, ти дрессировщиктар. Тулыраҡ киләһе яҙмала. Бер амур һәм дүрт бенгаль юлбарыҫының Өфөгә килеп етеүен цирк, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм журналистар — бөтәһе лә түҙемһеҙләнеп көттө.Улар әҙерәк ҡурҡҡандар, әммә үҙҙәрен яҡшы тоя. Юл-транспорт фажиғәһе Ырымбур өлкәһендә була. Юлбарыҫтар тейәлгән фура юлдан төшөп китә. Водитель шунда уҡ фажиғә тураһында полицияға хәбәр итә. Бәхеткә күрә, йөк машинаһы әйләнмәгән. Юғиһә ситлектәр асылып, хайуандар таралып бөтөр ине, ти дрессировщик.Билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында водителдәр фажиғә урынын ташлап киткән. Көн дауамында фураны юлға сығарып, хайуандарҙы ҡотҡарғандар.Әле Өфө циркы аренаһында тулы ҡеүәттә тамашаға әҙерлек бара. Яңы программаның төп артистары – тап ошо юлбарыҫтар.Өфөгә килеп етеү менән юлбарыҫтарҙы иркен вольерҙарға урынлаштырҙылар. Әлегә улар тынысланып, ял итә.
Ҡарлы ҡыш михнәттәре
Тулыраҡ: Ҡарлы ҡыш михнәттәре