Америкала Трам яҡлылар һәм Обама яҡлылар һуғышҡан. Һайлауҙан һуң илдә тыныс түгел. Көн һайын тиерлек төрлө штаттарҙа полиция менән бәрелештәр булып тора. Демонстранттарҙың маҡсаты-Трампты президент вазифаһынан китергә мәжбү итеү.
Сүриәнең Хөкүмәт ғәскәрҙәре Рәсәй хәрби-космос көстәре ярҙамында Пальмираны азат итте. Әле “Ислам дәүләте” террорсылары ҡаланан ситтә артиллерия ярҙамында юҡ ителә.
Брюсселдәге урамдарҙың береһендә машинала газ тултырылған баллондар табылған. Водитель махсус хеҙмәттәргә террорсылар менән бәйләнештә торған кеше булараҡ билдәле булған. Бельгияла 2015 йылда булған террор ғәмәлдәренән һуң барлыҡ хеҙмәттәр ғәҙәттән тыш режимда эшләй.
Германияның Кельн ҡалаһында Иисус Христосты күргәндәр. Камера таҡтанан эшләнгән тәре күтәреп китеп барыусы кешене төшөрөп алған.
Мексикала милли йолаға тоғро ҡалып ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар араһында ҡул һуғыштары үткән. Бында 500 йыл элек тә, хәҙер ҙә ата-бабалар йолаһына тоғро ҡалып бер-береһен дөмбәҫләйҙәр.