Салауат, Ләйсән, Урман

Тулыраҡ: Салауат, Ләйсән, Урман

Башҡортостан лимондарының даны тотош илгә таралған. Бер гектар майҙанда үҫкән 1250 ағастан Өфө лимонарийы уңғандары йылына 25-әр тонна уңыш йыя. Лилиә Байназарова үҙен урмансы, тип таныта. Урманы иһә урта һыҙаттарға бөтөнләй хас түгел цитрус ағастарынан тора. Лимондарҙан тыш бында мандарин, памело, цитрон бар. Әйткәндәй, һуңғыһы тап лимонға башланғыс биргән үҫемлек һанала. Өфө лимонарийында цитрондың “Зилә” һәм “Уралтау” атамалы ике төрө сығарылған. Был емештәр һутлы, файҙалы һәм талапсан.1990 йылда урман хужалығы өсөн сеймал эшкәртеү цехы булараҡ асылған йылытма тиҙҙән көнъяҡ үҫентеләрен Башҡортостан еренә яраҡлаштырыу майҙанына әүерелә. Тәүге лимондар Үзбәкстандан алына, әле уларҙың “Ташкент” һәм “Юбилей” сорттары мул уңыш бирә. Урман хужалығы техникумының уҡыу үҙәге булараҡ бында ғилми- тикшеренеү эштәре киң йәйелдерелгән. Фәндәр академияһының биология институты, Башҡорт Дәүләт медицина университеты белгестәре төрлө тикшеренеүҙәр алып бара, урман хужалығы техникумы уҡыусылары тәжрибә туплай. Лимонарийҙа һәр сорт ентекләп өйрәнелә, ағастарҙың емеш биреү мөмкинлеге барлана, яңы сорттар эҙләнә.Йылы яратҡан был ағастарҙы беҙҙең илдә ғәҙәттә тәпәндә үҫтерәләр. Өфө лимонарийы иһә Рәсәйҙә цитрустарҙы тупраҡта үҫтереү ысулын ҡулланған берҙән-бер тәжрибә үҙәге. Бында цитрустарҙан башҡа ла төрлө тропик һәм субтропик үҫемлектәр беҙҙең ерҙе үҙ иткән. Гранат, фейхоа, инжир, ҡауын ағасы, гуава, барыһы 500-ҙән ашыу атама. Өфө генә түгел республиканан ситтә йәшәгән үҙенсәлекле емеш һөйөүселәр ҙә лимонарийға йыш сәйәхәт ҡыла. Теләгән кеше лимонды өйҙә лә үҫтерә ала. Ул орлоғонан да үҫә, тик был осраҡта емешен оҙаҡ көтөргә тура киләсәк. Лимонарийҙан ошондай әҙер үҫентеләр һатып алырға ла мөмкин. Был үҫентегә әле ике генә йәш, әммә бер йылдан ул сәскә атырға әҙер. Тик беренсе сәскәләрҙең хуш еҫенән генә ҡәнәғәт ҡалыу хәйерле. Тәүге сәскәләрҙе киҫеп ташлағанда яңылары мулыраҡ ата, ә емеш ағасы тамам нығына, ти Өфө лимонарийы белгестәре.