Бөгөн «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы» фестивален ябыу тантанаһы уҙа.
Фестивалде ябыу һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтәсәк.Жюри составында билдәле журналистар Шамил Вәлеев, Ләйлә Аралбаева, Елена Шарова, Надежда Вәлитова, Ирина Ғәйнәтуллина бар. Фестивалде ябыу тантанаһында режиссер ҡатын-ҡыҙҙар тәбрикләнәсәк һәм «Ҡатын-ҡыҙ киноһы» проекты сиктәрендә Өфөнән Анета Уотмандың «Орсоҡ» фильмын күрһәтеләсәк.