Өфөлә юлдарҙағы соҡорҙар менән автоһәүәҫкәрҙәр көрәшәсәк

Тулыраҡ: Өфөлә юлдарҙағы соҡорҙар менән автоһәүәҫкәрҙәр көрәшәсәк

Өфөлә юлдарҙағы соҡорҙар менән автоһәүәҫкәрҙәр көрәшәсәк.

Ә Сипайлово биҫтәһендә тишектәрҙе яңы ҡоролма ярҙамында ямаясаҡтар. Йәмле яҙҙың иң йәмһеҙ күренеше – юлдарҙың боҙолоуына Өфө нисек әҙерләнә? Уңда ла соҡор, һулда ла соҡор. Оҫта водитель дә уны урап ҡотолор тимә. Көндәр йылыныу менән бер үк баш бәләһе. Юлдар һуғыш яланын хәтерләтә. Ҡар яңы ирей башланы, ә ҡайһы бер урындарҙа метр һайын асфальтта тишек. Улархҙы ваҡытында ямау өсөн эшселәре ике сменала ялһыҙ эшләй.Тәү ҡарашҡа ябай ғына ҡоролма. Ысынында иһә был Вулкан атамалы термос-бункер соҡор ямауҙа әле ҡулланылған 4-5 техниканы алмаштырырға һәләтле. 2 миллион һумлыҡ техника әлегә Өфөлә берәү генә. Уның ярҙамында хәҙер Октябрь районы юлсылары 1 соҡор урынына 10-ҙә ямап өлгәшергә тейеш. Сипайлово биҫтәһе юлдары быйыл да йылдағыса иң проблемалы. Шуға яңы ҡоролма ла тәү башлап бында һынау үтәсәк. Стендап Һәр яҙ ғәҙәттәгесә ҡар иреү менән асфальт та иреп юҡҡа сыға. Һөҙөмтәлә юлдарҙа соҡорҙар барлыҡҡа килә. Бының эҙемтәһен, тәү сиратта, водителдьдәр үҙ кеҫәһендә татый. Юлсылар был юлы автоһәүәҫкәрҙәрҙең үҙҙәрен ярҙамға саҡыра. бының өсөн соҡорло участканы фотоға төшөрөргә кәрәк.Артабан башҡала хакимиәте сайтындағы “соҡорло юлдар” картаһына өҫтәп ҡуябыҙ. Бының өсөн башта теркәү үтергә кәрәк. Беҙ ҙә юл хеҙмәттәренә ярҙам йөҙөнән һәм яңы сервистың эш һөҙөмтәһен баһалау маҡсатынан үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә булдыҡ. Хәбәрҙәр Башҡортостан логины менән теркәү үтеп соҡорҙо картаға индереп ҡуябыҙ. Жуков һәм Королев урамдары киҫелеше. Был участка бер нисә көн элек кенә эш башлаған “соҡорло юлдар” картаһында 45-се һан аҫтында теркәлгән ине. Эшселәр шунда уҡ тишекте ямап ҡуйҙы, ә сайтта йәшел тамға барлыҡҡа килде, тимәк унда хәҙер соҡор юҡ тигәнде аңлата. Әле картала 100-гә яҡын проблемалы урын билдәләнгән, уларҙың яртыһында эштәр башҡарылған. Октябрь районы урамдарына сыҡҡан яңы ҡоролма был эштәрҙе тағы ла әүҙемләштерер тигән ышаныс бар.