Һүрәттәрҙә гүзәл заттар.
Өфөлә “Яңырыу дәүере һәм барокко осоронда ҡатын-ҡыҙ образы" картиналар күргәҙмәһе асылды. Был күргәҙмә 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған. Күргәҙмәлә барлығы 20 ҡытан-ҡыҙ портреты. Улар яңы лазер технологиялары ярҙамында эшләнгән. Бында донъяға билдәле рәссамдар төшөргән гүзәл зат портреттарын күрергә мөмкин.