Әле ғаилә ипотекаһы буйынса төп ставка – 6 процент. Быға тиклем Рәсәй президенты алты йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр өсөн ставканы һаҡлап ҡалыу тураһында белдергәйне. Финанс министрлығы ғаиләлә икенсе бала тыуған осраҡта ставканы 5 процентҡа тиклем, әгәр өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләнһә 4 процентҡа тиклем түбәнәйтеү тәҡдимен индерҙе. Ташлама программа буйынса яңы займдарға ғына ҡағыла, төп шарт – ғаилә ҙурыраҡ майҙанлы торлаҡ һатып алырға тейеш.
Күп балалы ғаиләләр өсөн ғаилә ипотекаһы буйынса ставканы төшөрөүҙәре ихтимал
Күп балалы ғаиләләр өсөн ғаилә ипотекаһы буйынса ставканы төшөрөүҙәре ихтимал







