Йыр менән еңеүгә табан

Йыр менән еңеүгә табан
  • Йыр менән еңеүгә табан

Махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүсе ижади төркөмдәр яугирҙар менән бергә нацизм ҡалдыҡтарына ҡаршы көрәшә. Артистар һалдаттар ротацияға сыҡҡанда ял мәлен биҙәй, хәрби рухты күтәрә."Үҙәк" ғәскәрҙәр төркөмөнөң фронт ижади бригадаһында беҙҙең яҡташтар ҙа хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Инсаф Абдуллин ижади төркөм яугирҙар алдында меңдәрсә концерт ойошторған. Махсус хәрби операцияға ул өлөшләтә мобилизация ваҡытында алынған. 428-се мотоуҡсылар полкының штурм төркөмөндә хеҙмәт итә. Һуңынан төп һөнәре буйынса фронт ижади бригадаһына күсерелә. "Үҙәк" ғәскәрҙәр төркөмөндә Башҡортостан яугирҙары тупланған подразделениелар байтаҡ. Шуға ла беҙҙең килеү ҙур байрамға әйләнә, ти Инсаф Абдуллин. Сөнки яҡташтарыбыҙға туған телдә йыр тыңлау форсаты ла тейә.Хор артисы Артур Нәбиуллин да ижад юлын баш ҡаланың "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамблендә башлаған. Уның өсөн дә махсус хәрби операцияла тамашасылар күпкә ихлас һәм һалдаттар алдында сығыш яһау тулҡынландырғыс.