Юрматылар ҡорға йыйылды

Юрматылар ҡорға йыйылды
  • Юрматылар ҡорға йыйылды

Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, телде һаҡлау кеүек көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Ишембайҙан Хәнә Мәҡсүтова репортажы Ҡояшлы матур иртәлә изге Торатау үҙ янына республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан килгән ҡунаҡтарҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Юрматы ырыуы аҡһаҡалдары Ырыуҙар ташы мемориаль комплекс алдына сәскәләр һалды.Был сараға яҡташтарыбыҙ ҙа ҡайтып еткәйне.Йыйындың төп өлөшө ҡалабыҙҙың Киров исемендәге мәҙәниәт һарайында үтте.Беҙҙең ижади төркөм ҙур сараға килгән яҡташ шәхестәребеҙ менән аралашты.Сараны ойоштороусылар фекеренсә, илем, ерем, халҡым тип янып йәшәгән йәштәрҙең ошо сараға килеүе бик шатлыҡлы күренеш. Тимәк, Юрматы ырыуының киләсәге бар. Йыйында Ырымбурҙан Ишембай районы ҡыҙы Гөлимә Жангабилова ла ҡатнаша . Заманында Карауанһарай комплексының мәсетен халҡыбыҙға ҡайтарыуға күп көс һалған яҡташыбыҙ менән дә әңгәмәләшергә өлгөрҙөк.Килгән ҡунаҡтар бер- береһе менән аралашты, һөйләште, иҫтәлеккә фотоға төштө, дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәрен барланы. Фойела бай күргәҙмә ойошторолғайны. Башҡорт милли биҙәүестәре – тарих төпкөлөнән быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килтерелгән ижад емеше. Башҡорт кейеме, биҙәүестәре халыҡтың йәшәү рәүешенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына бәйле ҡулайлаштырып, тормош ихтыяждарынан сығып барлыҡҡа килтергән күңел емеше. Республикабыҙҙың төрлө төпкөлөнән килгән ҡул оҫталары үҙҙәренең эштәрен халыҡҡа тәҡдим итте.Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Юрматы башҡорттарҙың иң ҙур һәм боронғо ырыуҙарының береһе. Бөгөн юрматылар Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Мәләүез, Ауырғазы, Ғафури, Баҡалы райондарында, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында, Ырымбур өлкәһендә, Татарстанда, Венгрияла йәшәй. Бөтә Юрматы халҡын берләштереүсе сарала халыҡ яҙмышына, Юрматы башҡорттарының социаль-иҡтисади тормошона, тарихты, мәҙәниәтте, телде, традицияларҙы һаҡлауға ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Киләһе йылда юрматылар йыйынын Стәрлетамаҡ районы ҡабул итәсәк.