Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторолдо

Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторолдо
  • Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторолдо

Башҡортостанда билдәле журналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол турниры ойошторолдо. Ярыш йомғаҡтары буйынса бөтә ҡатнашыусылар ҙа иҫтәлекле бүләктәр алды. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов репортажы. Уйылдан Нурғәле улының тыуған ауылы — Урман-Бишҡаҙаҡҡа килеп төшкәс журналистар тирә-яҡҡа баға, сөнки, уларҙың ҡайһы-берҙәре хозур тәбиғәтле Торатау буйын күргәне булмаған. Ә бына ҡайһы берҙәре эш буйынса бер-нисә тапҡыр килгән. Тап ошо ауылда Уйылдан Ғәлин донъяға ауаз һалған, бала сағы үткән. Тәүҙә сараға килеүсе абруйлы ҡунаҡтар һәм командалар мәктәптә ойошторолған хәтер митингында ҡатнашты. Фойела Уйылдан Ғәлиндың тормош һәм хеҙмәт юлын сағылдырған фотоһүрәттәр күргәҙмәһен ҡараны. Туғандары, яҡындары, дуҫтары яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Сараға йыйылыусылар Уйылдан Нурғәле улының ҡәберендә лә булып, сәскәләр һалды. Билдәле журналистың ҡәберенә һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһе буйынса фекер алышты.Волейбол турниры иһә Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенең спорт залында үтте. Бөтәһе биш команда көс һынашты, уларҙың икәүһе Өфөнән килде. Беренсе урынды майҙан хужалары яулаһа, икенсе һәм өсөнсө баҫҡысты Ишембай районы хакимиәте һәм “Туғандар” командалары бүлеште.Ә бына телевидение һәм радио, гәзит һәм журнал хәбәрселәре йыйылма командаларына был юлы әҙерәк бәхет йылмайҙы. Шулай ҙа һәр береһе бүләк алып ҡыуанды. Журналистар Уйылдан Ғәлиндың иҫтәлегенә арналған волейбол турнирында еңеү мөһим түгел, ә ҡатнашыу төп бурыс, тип билдәләй. Юғары кимәлдәге профессионал, ысын журналист өлгөһө ине хеҙмәттәшебеҙ. Ул бөтә ғүмерен яратҡан эшенә бағышланы. Хеҙмәт юлын тәүҙә радиотапшырыуҙар теҙмәһендә башлай. Юлдаш радиоканалын булдырыуҙа, тапшырыуҙар ойоштороуҙа ҡатнаша, яңылыҡтар әҙерләү менән шөғөлләнә, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте һәм Хөкүмәте журналистары пулында эшләй. 2014 йылда "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Һуңынан компания директоры урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләй. Ватан йәштәр радиоһын, Башҡортостан 24 телеканалын булдырыуға күп көс һала.Волейбол уйыны осраҡлы түгел. Уйылдан Нурғәле улы республикала спорттың үҫешенә ғәйәт күп көс һалды. Волейбол, баскетбол, футбол, көрәш булһынмы – спорттың һәр төрөн үҫтереү яҡлы булды һәм беҙҙе лә ул спортҡа , сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәне, тырышып эшләргә лә, спорт менән шөғөлләнергә лә бөтә шарттар тыуҙырҙы.Турнир ваҡытында яҡшы хәбәр килде. Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенә Уйылдан Ғәлиндың исемен бирергә йыйыналар. Шулай уҡ ауылдың бер яңы урамын да билдәле журналистың исеме менән атарға уйлайҙар. Ошондай ярышты бер йылдан тағы ла киң ҡолас менән үткәрергә йыйына сараны ойоштороусылар. Коллегабыҙ, тележурналист Уйылдан Нурғәле улы янына, тимәк, беҙ тағы барасаҡбыҙ.