Егерме йыллыҡ тарихы бар

Өфөнөң Ленин урамындағы 99-сы күп фатирлы йортта йәшәүселәр саң ҡаға.
  • Егерме йыллыҡ тарихы бар

Ҡасандыр яҡшы хәлдә булған был йорт подвалында һыу йыйылып ята, эргәләге юл өлөшөнөң терәк диауры емерелә башлаған, йыш ҡына һыуҙы ла һүндерәләр, тип зарлана бында йәшәүселәр.

Һүҙ Ленин урамы 99 адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йорт тураһында бара. Динара Килдебәкова был йортта 20 йылға яҡын йәшәй. Бығаса бер ниндәй ҙә мәсьәлә борсомай ине, тик 2 йыл элек фатир хужалары йыйылышы нигеҙендә икенсе идара итеүсе компанияны һайланыҡ. Ул ваҡытта йорт буйынса эшләнеп бөтмәгән эштәрҙең барлығын белеп етәкселеккә тарифты 26 һумға тиклем күтәрергә, тип үҙебеҙ мөрәжәғәт иттек, тик беҙгә тариф 19 һум булһа ла эштәрҙе атҡарып сығырға мөмкин тип аңлаттылар. Беҙ ризалаштыҡ. Ә хәҙер... Ә бына Лилиә Дронь был йортҡа май айында ғына күсенгән. Улы Романға 17 йәш. Уға церебраль фалижы диагнозы ҡуйылған. Улым 60, коляска үҙе 20 килограмға тиклем етә, бындай ауырлыҡты хатта ирҙәргә лә күтәреүе ауыр, үҙем тураһында һөйләп тә тораһы юҡ. Бер сыҡҡанда бөтә эштәрҙе эшләгәс кенә кире фатирға инәбеҙ, сөнки атлаған һайын миңә улымды коляскала тәгәрәтеп мендерерлек хәлем юҡ, тип аһ-зарҙары менән бүлеште ҡатын. Йорттар инвалидтар өсөн санитар нормаларға тап килгән пандустар менән йыһазландырылырға тейеш. 20 градустан артмаған ауышлыҡ, тотҡалар булыуы хас, ти Лилиә. Халыҡты йылытыу системаһы эшендәге етешһеҙлектәр, йылы һәм һалҡын һыу, электр уты менән тәьмин итеүҙәге өҙөклөктәр, подъездарҙы ремонтлау һәм торбалар туҙыуына һәм эргә-тирәләге биләмәнең таҙартылмауына бәйле мәсьәләләр борсой.

Ул ғына ла түгел. Йорт буйынса эшләнгән эштәрҙең рәсми документтарын һәм акттарын беҙ күргәнебеҙ юҡ, идара итеүсе компанияның офисына барып һораған осраҡта ла һүҙҙе икенсегә боралар ҙа ебәрәләр, тип белдерә бында йәшәүселәр. Тик беҙҙең ижади төркөм килгәс компания етәксеһе документтарҙы әҙерләп алып килермен, тип вәғәҙәләне. Шулай уҡ фатир хужалары йорттоң йыйылған суммаһы буйынса ла беҙҙә бер мәғлүмәт тә юҡ. Әллә ул аҡса тотолоп бөткән, әллә икенсе каналдар буйынса юҡҡа сыҡҡан – билгеле түгел, тип белдерә улар. Быға идара итеүсе компания етәксеһе ошондай яуап ҡайтарҙы. Хәл ителергә тейешле проблемаларға күптән түгел тағы береһе өҫтәлгән. Йорт эргәһендәге юл өлөшөнөң терәк стенаһы емерелә башлаған. Бындағы плитәләрҙе йыйып алып ҡуйғандар, тик диуарҙың икенсе яғындағы ошо ярыҡ хәүеф барлыҡҡа килеүен дәлилләп тора. Йорт подвалында хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ, тип белдерҙе фатир хужалары. Ысынлап та, йорт подвалында итекһеҙ йөрөрлөк түгел. Канализация торбаһы ла тишелгән. Шул арҡала беренсе ҡаттарҙа һаҫыҡ еҫ барлыҡҡа килгән. Ғөмүмән, күп фатирлы йорттарҙың подвалында һыу булыуы ғәҙәти күренеш. Идара итеүсе компания фекеренсә, был һыуҙар ер аҫтынан сыға, әммә ямғыр яуғанда, ҡышын ҡар ирегәндә уның кимәле тағы ла күтәрелә. Һәм шул арҡала был йорт подвалында серәкәй-себендәр барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә берәй фатирҙа һыу торбаһы өҙөлһә сантехник подвалға төшөп һыуҙы ябырға тейеш. Тик бындағы торбаларҙа тейешле билдәләр булмау сәбәпле эшсегә дөрөҫөн табып һыуҙы ябыр өсөн күп ваҡыт сарыф ителә. Был осраҡта башҡа фатирҙарға ла зыян килеүе бар, тип белдерә фатир хужалары. Йортта йәшәүселәр прокуратураға мөрәжәғәт иткән. Был үҙәккә үткес мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителер тип ышана улар.