Ғәҙел язамы йә мөғәллимдең баштаҡлығымы?

Башҡортостандың ял базаларының береһендә эшләгән өлкән тәрбиәсе 10 йәшлек малайҙы 1000 тапҡыр сүкәйергә мәжбүр иткән.
  • Ғәҙел язамы йә мөғәллимдең баштаҡлығымы?

Йәш кеше балаларҙың үтенесенә, уларҙың түгелеп илауҙарына ҡолаҡ һалмаған. Бәлиғ булмаған уҡыусының ғәйебе нимәлә һәм педагог үҙ ҡылығын нисек аңлата? Беҙҙең киләһе сюжет ошо хаҡта. Күҙәтеү камераһына төшөрөлгән видеоны ҡараған саҡта, балалар ниндәйҙер бер уйын менән мәшғүл кеүек. Әммә, иғтибарлап тикшергәндә был күңел асыу түгел, ә лагерҙа эшләгән тәрбиәсенең балаларға ҡарата ҡулланған язаһы. Диванға ҡырын ятҡан вожатый Ренат Әсәҙуллин 10 йәшлек Миронды 1000 тапҡыр сүкәйергә мәжбүр иткән. Сабыйҙы бары әсәһе генә ҡурсалап алып ҡала. Тап ошо ваҡытта ул сәләмәтлек үҙәгендәге ҡыҙына шылтыратҡан булған. Балалар менән эшләгән йәш кеше сабыйҙарҙың үтенесен бөтөнләй ишетмәгән, ул хатта ҡыҙҙарҙың илауына ла ҡолаҡ һалмаған.

Вожатый язаһына дусар булған малайҙың хәле видеола яҡшы күренә. Уның тын алышы насар, яурындары һелкенә. Ә тәрбисе иһә был аҙымды йәнәһе лә, Миронды үҙ урынына ултыртыу өсөн уйлап сығарған. Мәктәп уҡыусыһы понтондан китеп барғанда йөҙә белмәгән ҡыҙҙы һыуға этеп төшөргән булып сыға. Тик һуңынан Мирон ул ҡыҙға тейәмәгән икәнлеген асыҡлайҙар. Быны башҡа вожатыйҙар ҙа белгән. Тик башҡа балаларҙың ҡылығы өсөн тап Мирон яуап бирә. Ә был тап ошо язаның авторы – вожатый Ренат Әсәҙуллин. Белеме буйынса балалар тренеры. Бәлки шуғалыр ҙа уның үҙ тәрбиәүи саралары. Вожатый Ренат Әсәҙуллин Мирон, уның ата-әсәһе алдында ғәфү үтенергә уйламай. Ә әсә иһә, улының психологик йәрәхәт алыуынан ҡурҡа.Олеся Рахманова тәрбиәсе өҫтөнән яҙылған ялыу менән тәртип органдарына ла мөрәжәғәт иткән. Хәҙер вожатый Ренат Әсәҙуллинға уйланырға ваҡыт бар. Сөнки, тап уның язаһынан һуң, бала сәләмәтлек үҙәгенә барыуҙан бөтөнләй ҡурҡа.