Улар араһында – эшкә урынлашыуҙа, шифаханала ял итеүҙә, ер алыуҙа һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа льготалар, кескәй балаларына һәм уҡыусыларға бушлай лагерҙарҙа ял иттереү, туҡландырыу һәм түңәрәктәрҙә шөғөлләндереү бар. Ҡайһы берҙәре менән хәрбиҙәр һәм яҡындары файҙаланып та өлгөргән. Закир Шәрипов репортажы.
Олеся — "Башҡортостандың ышаныслы тылы" хәрәкәте ирекмәне. Ул гуманитар ярҙам туплауҙа һәм ҡапсыҡтарға тултырыуҙа ярҙам итә. Был көндәрҙә ирекмәндәр штабында асыҡ ишектәр көнө. Теләгән һәр кем хәрбиҙәр өсөн кәрәкле әйберҙәр килтерә ала.Тылдан ярҙам иткәндәре өсөн яҡташтарыбыҙ фронттан "бүләктәр" ебәрә. Ирекмәндәр штабында уларҙан музей ойошторорға йыйыналар. Әйберҙәр араһында әләмдәр, шеврондар, хатта НАТО-ның ҡоралдары бар. Яңыраҡ бер хәрби дошмандың Мәскәй-әбей тигән дронын килтергән.Олесяның буласаҡ ире менән ҡауышыуы ла осраҡлы түгел. Хәрби ирекмәндәр штабына гуманитар ылауҙы алырға килгән һәм танышып китеп, туй яһағандар. Өйләнешкәс шифаханаға бушлай бирелгән юллама менән барып ял итеп ҡайтҡандар. Башҡа ташламалар менән дә файҙаланалар.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары "Һөт кухняһы" тауарҙарын да бушлай алырға хоҡуҡлы. Бында һүҙ өс йәшкәсә сабыйҙары булған ғаиләләр, ауырлы ҡатындар йә имеҙеүсе әсәләр хаҡында бара. Олеся улар менән файҙалана, бынан тыш, хәрбиҙәрҙең балаларына социаль ярҙам ҡаралған.Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ғаилә ағзалары өсөн 54 ярҙам сараһы булдырылған. Улар белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, эшкә урынлаштырыу һәм көнкүрештә ярҙам күрһәтеү кеүек тормоштағы мөһим йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Быйыл хатта республика Рәсәйҙең башҡа өлкәләре араһында иң күп ярҙам саралары ойошторолған төбәк тип танылды; хәрбиҙәргә һәм яҡындарына ярҙам итеүҙән алып, яҡташтарыбыҙҙы тыныс тормошҡа ҡайтарыу системаһын ойоштороуға тиклем. Федераль белгестәр гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашҡан ирекмәндәрҙе лә билдәләп үтте.







