Көндәр йылытыу менән Өфө урамдарын һыу баҫа башланы

Тулыраҡ: Көндәр йылытыу менән Өфө урамдарын һыу баҫа башланы

Көндәр йылытыу менән Өфө урамдарын һыу баҫа башланы.

Ҡала халҡы Сипайлово биҫтәһендә хәрәкәт итеү ауырлашыу тураһында хәбәр итә. Автомобилдәргә тәгәрмәсенең яртыһынан тиерлек һыу кисеп үтергә тура килә. Көндәр ҡапыл йылытып ебәрһә, биҫтәлә бөтөнләй йөрөп булмаясаҡ. Шуға ла ҡыш яуған ҡарҙы әленән үк сығара башларға тәҡдим итә биҫтәлә йәшәүселәр. Әйткәндәй, бөгөн «Рәсәй-Башҡортостан радиоһында» Азамат Сәйетов менән «Ирекле микрофон» тапшырыуының сираттағы сығарылыш ҡунағы – Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов. Әңгәмә Өфөлә автомобиль юлдарының торошона арналған. 8(347)272-85-47 телефонына шылтыратып һәр кем әңгәмәгә ҡушыла ала.