Уҙған миҙгелдә Өфөнөң Динамо баскетбол клубы Рәсәй чемпионатының юғары лигаһында сығыш яһап, 42 уйында 39 еңеү яулап, чемпион исемен алды. Уларҙы беҙҙең "Башҡортостан 24" телеканалы күрһәтеп барҙы.
Команда быйыл Рәсәй чемпионатының Суперлигаһында уйнай башлай. Клубҡа бер-нисә яңы уйынсы килде, Динамо етәкселеге төп составты ла һаҡлап ҡала алды һәм яңы миҙгелгә әҙерләнә.
Бөгөн "Рәсәй" медиаүҙәгендә яңы миҙгелгә бағышланған матбуғат конференцияһы үтте. Унда бурыстар һәм маҡсаттар аталды.







