Хәрби хеҙмәткә алыныусылар әҙерлеге

Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүселәрҙе шундуҡ алғы һыҙыҡҡа ебәрәләр тигән хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәй, ти махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән полигон инструкторҙары.
  • Хәрби хеҙмәткә алыныусылар әҙерлеге

Ул ғына ла түгел, күпте күреп өлгөргән яугирҙар ҙа даими күнекмәләр үтеп тора. Һуғыш алып барыу шарттары йылдам үҙгәргән мәлдә башҡаса мөмкин түгел. Яңы хәрби хеҙмәткә алыныусылар әҙерлеге тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

Төнгө тынлыҡты боҙоп "Аҡҡош" һауаға күтәрелә. Яугирҙар күҙәтеү дронына шундай атама биргән. Ләкин квадрокоптер ҡоштан айырмалы дөм ҡараңғы төндә лә оса ала. Ул ғына ла түгел, аҡҡош яугирҙарҙың күҙҙәре лә, ҡолағы ла. Дрон менән идара итеүсе операторҙың мониторында һалдаттарҙың, техниканың бар хәрәкәте асыҡ күренеп тора.Аҡҡош күҙәтеүе аҫтында яугирҙар төнгө һунарға сыға. Улар тактик күнекмәләр үтә, разведка серҙәренә төшөнә. Аңлайышлы сәбәптәр менән хәрбиҙәр беҙҙе артынан эйәртмәй. Тәүге ҡояш нурҙары күренеү менән полигонда көндөҙгө күнекмәләр башлана. Яңы килгән һалдаттар атырға, төрлө ҡорал менән эш итергә, һөжүм тактикаһына өйрәнә. Күптәр хатта Калашниковты ла ҡулына беренсегә ала, ти инмтруктор булып хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ.Тәүҙә хәрбиҙәр инструкторҙар менән шәхсән күнекмәләр үтә. Ҡорал менән эш итергә өйрәнгәс парлы, төркөмдәр менән һөжүм итеү оҫталығын үҙләштерә. Ут асыу урындарының барыһын да үтеп бөткәнсе һалдаттар ысын яугирға әйләнә. Инструкторҙар уларҙың һәләтенә, физик мөмкинлегенә ҡарап буласаҡ хәрби һөнәрҙе лә билдәләй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашырға килеүселәрҙең береһе лә әҙерлекһеҙ яуға инмәй, ти офицерҙар.

Полигонды яңы килеүсе һалдаттар ғына түгел, күпте күргән яугирҙар ҙа ротацияға сыҡҡанда йыш үтә. Сөнки хәрби бәрелештәр шарттары, техника, тактика ла йыш үҙгәреп тора, ти "Каил" ҡушаматлы яҡташыбыҙ.Күктәге сәпкә атыу ҙа сағыштырмаса яңы күнекмә. Ни бары элеп ҡуйылған консерва ҡалайҙары, әммә уға тейгеҙеү оҫталығын камиллаштырыу алғы һыҙыҡта күпме ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡаласаҡ.Күнекмәләр һуңында һалдаттар окоптарҙы шутурмлауға өйрәнә. Йәш яугир курсынан үткән хәрбиҙәр парлы һөжүмдә бер механизмға әйләнә. Уҡыуҙар башындағы кеүек үҙен генә ҡайғыртҡан , баҙнатһыҙ, юғалып ҡалған хәрби хеҙмәткә алыныусы түгел, ә һәр төрлө атыу ҡоралын белгән, сыныҡҡан, ә иң мөһиме яуҙашына терәк, ҡалҡан булырҙай яугир булып сыға.