Стәрлетамаҡта яңы мәктәп асылды

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта яңы мәктәп асылды

Стәрлетамаҡта яңы мәктәп асылды.

Мең урынға иҫәпләнгән белем усағы заман шарттарын күҙ уңында тотоп төҙөлгән. Мәктәптә ике спор залы һәм ике бассейн бар. Бишенсе синыф уҡыусылары технология фәне уҡыытусыһы һәм дәрестәр кабинеты менән таныша. Әйткәндәй, мәктәптә барыһы ла яңы. Бүлмәләр ҙә, педагогтар коллективы ла. Балалар ҡыуанысын йәшермәй. Стәрлетамаҡтағы 11-се мәктәп мең уҡыусыға иҫәпләнгән. Әлегә иһә 530 бала белем ала. Синыфтарҙы тултырыу ауырға тура килмәйәсәк. Белем биреү йортоноң ҡаланың яңы микрорайонында урынлашыуын иҫәпкә алғанда, беренсе сентябрҙән балалар һаны ике тапҡырға артасаҡ. Белем биреү йортонда уҡытыу сифаты һәм балалар именлеге беренсе урында. Мәктәптә йөҙ камера ҡуйылған. Балаларҙың һаулығы ла айырым иғтибарҙа. Бассейнда йөҙөү дәресе сәғәт ярым бара. Башланғыс синыфтар өсөн тәғәйенләнгән бассейн да хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә яуап бирә. Стәретамаҡ уҡыусыларын әле белем биреүҙә тағы ла бер программа көтә. Виртуаль проектта һәр мәктәп айырым планета итеп төҙөлгән. Ә һәр бер синыф иһә илдәр функцияһын башҡара. Мөғәллимдәр бурысын үтәгән балаларға мәрәйҙәр яҙыла. Уртаҡ баллдар ҡалала уҡытыуҙың бөгөнгө хәлен асыҡларға ярҙам итәсәк.Башҡортостан Хөкүмәте грантына ярашлы бойомға ашырылған проект Стәрлетамаҡтың 26 мәктәбендә уңышлы һынау үтеп килә. Вируаль платформа быйыл эш башлаясаҡ. Тап ул уҡытыусы һәм уҡыусы араһындағы бәйләнештең камиллаштырыу юлы булыр тора ла инде.