Ата-әсәйҙәр балаларына тәрбиәсе ролендә социаль хеҙмәткәрҙе саҡыра ала. Быйылдан был хеҙмәт бушлай булыуы ихтимал. Республикала ошондай проект өҫтөндә эш алып барыла. Тик бала ҡараусы бушлай мохтаждарға ғына биреләсәк. Әлегә бындай ғаиләләрҙең һаны 2145 еткән. Мәктәптән ҡаршы ала, хәлдәрен һораша. Балаға ихлас йылмайыу менән баҡҡан кеше уның әсәһе лә, өләсәһе лә түгел, ә социаль хеҙмәткәр. Социаль өлкәлә былтырҙан яңы хеҙмәт барлыҡҡа килгән – ваҡытлыса баланы ҡарап тороу.Рәмзиә Ғәниева аҙнаһына дүрт тапҡыр Ренитаны мәктәптән алып, түңәрәктәргә йөрөтә, аҙаҡ ҡайтарып ата-әсәһенә тапшырып ҡуя. Ҡыҙ үҙе лә дәрестәренә һуңламай ваҡытында йөрөгәненә ҡыуана.Өләсәйҙәр йыраҡта, ә ата-әсәнең мөмкинлеге булмағанда был хеҙмәт бик уңайлы, ти уның менән ҡулланыусылар. Баланы мәктәптән алыр өсөн эш ваҡытында ҡаланың бер осонан-икенсеһенә тиҙ генә килеп етеүе ауыр, шуға ла дәүләт тарфанын бирелгән бала бағыусы ҙур ярҙам булып тора, ти Ренитаның әсәһе.Был хеҙмәт былтыр түләүле ине. Быйылдан ул бушлай буласаҡ. Һәр муниципалитетта ошондай ярҙамға мохтаж булғандарҙың һаны иҫәпләнгән. Йәмғеһе, республикала бушлай социаль хеҙмәткәргә 2145 ғаилә дәғүә итә. Тәғәйен ваҡыттан күберәк кәрәк саҡта хеҙмәтте оҙайтып, түләүле рәүештә ҡулланырға мөмкин. Уның хаҡы ла ҡиммәт түгел. Сәғәтенә ни бары уртаса 130 һум.
Ата-әсәгә ярҙамға
Тулыраҡ: Ата-әсәгә ярҙамға