Республика башлығы Рөстәм Хәмитов “Демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар” тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.Йәш ғаиләләрҙе яҡлау һәм тыуымды арттырыу маҡсатында тәүге бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған 300 мең һумлыҡ социаль түләү билдәләнә. Уны торлаҡ төҙөүгә йәки һатып алыуға, ипотека буйынса бурысты түләргә тотонорға мөмкин. Аҡса торлаҡҡа ихтыяжы булған һәм ир менән ҡатындың йәше 35-тән артмаған ғаиләләргә бирелә. Башҡортостан хөкүмәтенә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙе биреү һәм ҡулланыу тәртибен, сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.
Демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар
Тулыраҡ: Демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар