Башҡортостан ауылдарында тыуым арта.
2016-сы йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында республикала 51 мең 400 бала донъяға килгән. Үлем иһә төбәктә бер аҙ кәмей төшкән. Йәғни, халыҡтың тәбиғи үҫеше күҙәтелә. Бигерәк тә, Бөрйән һәм Баймаҡта күпләп сабыйҙар тыуған. Был райондарҙа бер мең кешегә 17 һәм 18 сабый тура килә. Дөйөм алғанда Башҡортостанда яңы тыуған балалар араһында ла үлем осраҡтары 2012-се йыл менән сағыштырғанда 24 процентҡа кәмегән. Кеше ғүмерен һаҡлау ҡалыу ҙа халыҡтың тәбиғи үҫешенә булышлыҡ итә. Дәүләт Думаһы сәйер исемдәрҙе тыйҙы. Ошо турала ҡанун проекты әле беренсе уҡыуҙа тикшерелеп, ҡабул ителде. Ата-әсәләре үҙ балаларына һан, аббревиатура йәки цензураға һыймаған һүҙҙәрҙән торған исем бирә алмаясаҡ.