Республика башлығы билдәләүенсә, төбәктә барлығы ошондай туғыҙ маршрут булдырылған: биология-медицина, химия, техник, гуманитар, физика-математика һәм ай-ти технологиялар. Сәйәхәт ҡылыусылар араһында Башҡортостандан һәм башҡа төбәктәрҙән килгән уҡыусылар, студенттар бар, был йүнәлештәр өлкән йәштәгеләргә лә ҡыҙыҡлы буласаҡ, тип яҙа Радий Хәбиров.
Башҡортостандың фәнни-популяр маршруттары бер йыл эсендә 1 мең ярым кешене йәлеп иткән
Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙа.







