Башҡортостанда 8 градусҡаса һалҡынайта

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы ихтимал.
Башҡортостанда 8 градусҡаса һалҡынайта

Һауа температураһы көндөҙ 3-8 градус йылы. Иртәгә төндә көнсығышта бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Төндә һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөп 3, 8 градусҡаса һалҡынайта, көндөҙ 6, 11 градус йылы. Шаршамбы,1-се октябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Һауа температураһы төндә нольдән 5 градусҡаса йылы, урыны менән 5 градус һалҡын, көндөҙ +8, +13 тирәһе.