Ҡайһы бер осраҡтарҙа ярҙам алыу өсөн ғаризаны электрон тәртиптә лә бирергә була. Башҡалары буйынса аныҡ белешмә яҙылған. Шулай уҡ порталда тәҡдимдәр һәм теләктәр ҡалдырырға була. Улар ентекле тикшерелә һәм өйрәнелә, — ти Радий Хәбиров.
Өфөнөң "Кузнецов затоны"ндағы мәктәп киләһе йылдың ғинуарында асыла. Волга буйы федераль округында иң ҙур мәғариф учреждениеһы 34 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй, барлығы 2 мең 200 урынға иҫәпләнгән. Унда дүрт спорт һәм тамаша залы, махсуслаштырылған дизайн, фото һәм кино төшөрөү, театр студияһы, нәшриәт үҙәге була, робот техникаһы кабинеттары һәм интерактив 3D-класс менән йыһазландырыла. Мәктәп биләмәһендә мини-футбол, баскетбол, теннис өсөн спорт майҙансыҡтары, шулай уҡ йүгереү юлдары һәм тренажерҙар була. Эргә-тирәләге биләмәлә ял итеү зоналары, уйын майҙансыҡтары, башланғыс мәктәп уҡыусылары өсөн участка һәм уҡыу баҡсаһы ҡаралған.







