Ул ваҡытта Дүртөйлө – төнъяҡ-көнбайыш төбәктә эшсе ҡасаба исемен йөрөткән. Видеояҙмаға бихисап кеше эләккән, шул иҫәптән хеҙмәт алдынғылары һәм ҡайһы бер етәкселәр.
Был кинотаҫма бер генә келәттә һаҡланмаған һәм бихисап кәштәләрҙе алмаштырған. Уны ярты быуат элек самаһы төшөргәндәр, хәҙер кинотаҫманы ҡарар өсөн аппараттар ҙа ҡалмаған тиерлек. Шуға күрә тәүҙә уны цифрлаштырырға кәрәк. Был эш оҙаҡ ваҡытты алмай, ҡарау ваҡытынан ике тапҡырға ғына кәмерәк. Ә бына һул яҡтағы һары юл — фильмдың тауышы. Әлегә уны 80 процентҡа ғына тергеҙә алғандар.
Титрҙа тик исеме генә бар. Фильмда Октябрҙең 60 йыллығын билдәләү тураһында плакат күренә. Тимәк, картина 1977 йылда төшөрөлгән. Шулай уҡ һабантуй күрһәтелә, йәғни, йәй башы тигәнде аңлата. Ә урыны билдәле.
Ауылдың тарихи исеме, хәҙер ул ҡала. Башҡортостандағы Маншыр нефть ятҡылығын табыу менән бында нефть сәнәғәте идаралығы ойошторола һәм ҡала үҫешенә булышлыҡ итә. Ә предприятие тиҙҙән республикала ғына түгел, ә тотош илдә алдынғылар рәтенә сыға.
Бригадалар ремонт менән генә шөғөлләнмәй. Был мобиль командаларҙа белгестәр айырым әҙерлек үтә. Уларҙың һәр береһе водитель, механик, монтер, слесарь, нефть һәм газ табыу буйынса оператор эшен башҡара алған. Ошондай бер төркөм 80-гә яҡын скважинаны хеҙмәтләндергән. Дүртөйлө нефтселәренең алдынғы ҡарашы тармаҡ тарихына Көшөл варианты тигән исем менән инеп ҡалған. Сөнки, нефть сығарыуҙы 4 тапҡыр арттырырға ярҙам иткән.
Ошо геройыбыҙҙың тырышлығы менән дә юғары һөҙөмтәләргә ирешкәндәр. Ул фильмда ла бар.
Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе һәм Дүртөйлө районының абруйлы шәхесе Ғәзим Сәйетовҡа хәҙер 88 йәш. Ҡала уның күҙ алдында ғына үҫмәгән, тап ул ҡаланы төҙөү менән етәкселек иткән.
60 йылдар башында Дүртөйлөлә беренсе биш ҡатлы йорттар сафҡа инә. Ул ваҡытта тағы бер нефть ятҡылығы асыла һәм тармаҡтағы күпселек белгестәр Себергә ебәрелә.
Әммә, 800 урынлыҡ техниктар йортон төҙөп өлгөрәләр, хәҙер ул райондың Мәҙәниәт йорто. Бындай биналарҙы 300 мең кеше йәшәгән ҡалаларҙа төҙөгәндәр, ә бөтөнләй эшсе ҡасабаларҙа түгел. Дүртөйлөлә бассейнлы балалар баҡсаһы, сауҙа үҙәге лә файҙаланыуға тапшырыла. Һәр объекттың кәрәклеген Саҡмағошнефть идаралығының партия комитеты секретары юғары даирәләрҙә дәлилләй. Беренсе кинотеатрҙы төҙөүгә рөхсәт алыу ҙа ҡатмарлы була, 8 йыл буйына дәүләт органдары тупһаһын тапарға, 4 тапҡыр Мәскәүгә барырға тура килә.
Бөтәһе 29 объектты төҙөүгә рөхсәт алына. Әммә, ҡайһы бер проекттар тормошҡа ашмай ҡала.
План буйынса Дүртөйлө тәүҙә порт ҡалаһы тип төҙөлгән. Әммә, төрлө сәбәптәр арҡаһында килеп сыҡмаған. Был яр буйы Башҡортостанда иң матуры иҫәпләнә. Революцияға тиклем бында суднолар туҡтаған, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ир-егеттәр фронтҡа юлланған, ә Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы алдынан һәйкәл урынлаштырылған. Өс ҡатын: әсәһе, һеңлеһе, ҡатыны һәм балаһы һалдатты яуға оҙата. Фигуралар йылғанан һәм ҡаршы ярҙан матур күренә.
Комсомолецтар тырышлығы менән 1970 йылға Дүртөйлөлә 90 күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырыла. Был 6 йыл эсендә эшләнә.
Фатирға Ғәзим Ғилметдин улы ҡатыны һәм ҡыҙы менән күсә. Тормош иптәше Флүрә Ғәббәс ҡыҙы ҡаршыла төҙөлгән балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Баланы иһә ике өләсәй ҡаршы алған.
Ғәзим Сәйетов ҡатынын “Минең һаҡлаусым” тип йөрөтә. Флүрә Ғәббәс ҡыҙы һөнәре буйынса үҫер урынға, тормошон ғаиләһенә бағышлай. Бөтә фотоларҙа оялсан һәм намыҫлы ҡатын, ә матур йылмайыуы барыһының хәтерендә һаҡлана. Сәйетовтар ике ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Наилә һәм Вилиә хәҙер аталарының йыуанысы.
“Башҡортостан” киностудияһы белгестәре фильм өҫтөндә эшләй. Картина тулыһынса һаҡланып ҡалған, әммә тауышы иғтибар талап итә. Хронометраждың 80 проценты тергеҙелгән, әммә, һәр ваҡыттағыса, иң ҡыҙыҡ урында тауышы юғала.







