Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов 75-се йәшендә ҡапыл арабыҙҙан китте. Билдәле театр эшмәкәренең вафаты тураһында, уның хеҙмәттәше – Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе Рифҡәт Исрафилов хәбәр итте.
Олег Ханов 1951 йылдың 11 авгусында Архангел районында донъяға килә. 1973 йылда Өфө сәнғәт институтын тамамлай. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Ырымбур өлкә театрында, “Сатирикон” театрында төп ролдәрҙе башҡара. Ваҡытында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Салауат башҡорт дәүләт драма театрҙарында төрлө юғары вазифалар биләй.
Республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша: “Бөгөн һөнәр оҫтаһының, ышаныслы дуҫтың һәм оло йөрәкле кешенең йөрәге тибеүҙән туҡтаны.... Олег Закир улы! Бәхил булығыҙ”, — тип яҙа ул.
Олег Ханов менән хушлашыу 1 октябрҙә Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрында, 2 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында була.
“Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы Олег Хановтың яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлаша.







