Документҡа ярашлы, 135 мең кешене саҡырыу планлаштырыла. Бынан тыш, ошо уҡ указ менән хәрби хеҙмәтен тултырған һалдаттар демобилизациялана. 1-се октябрҙән 31-се декабргә тиклем 18 йәштән 30 йәшкә тиклемгеләр хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ. Рәсәй генераль штабынан хәбәр итеүҙәренсә, көҙгө саҡырылыш кампанияһы ваҡытында яңы ғына хәрби хеҙмәткә алыныусылар махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелмәйәсәк.
Көҙгө саҡырылыш башланды
Рәсәй Президенты Владимир Путин 1 октябрҙән көҙгө саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы.







