Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аркалы күперҙе реконструкциялау тамамлана

Яңы конструкция тарихи элементтарҙы һаҡлап ҡаласаҡ, ә йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн бында уңайлы йөрөү урыны булдырыласаҡ.
  • Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аркалы күперҙе реконструкциялау  тамамлана

Ағиҙел күперен 1956 йылда төҙөйҙәр. Тиҫтә йылдар хеҙмәт иткән күпер үҙгәрештәр талап итә һәм ниһәйәт ул яңыртылып, артабан да хеҙмәтен дауам итергә әҙер. Реконструкция барышында проект авторҙары күперҙең тарихи ҡиәфәтен мөмкин тиклем һаҡлап ҡалған.Хәҙер бында машиналар өсөн генә түгел, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн дә урын етерлек. 2,5 метрлыҡ айырым тротуар йәйәүлеләр урыны менән йылға һәм ҡалаға ҡарап һоҡланыу урыны. Күперҙең инеү һәм сығыу урыны элекке архитектура ҡиәфәтенә ҡайтарыла. Терәү ҡоймалар иновацион материалдан полимербетондан эшләнә. Тимәк, ул оҙағыраҡ хеҙмәт итәсәк.Яңы күпер заманса күренһә лә, үткәндәрҙең рухын һаҡлай. Әле эштәр тамамаланыу алдында. Таяуҙар нығытылған, ә өҫкө өлөшөн һүтеп алып, металл конструкцияларҙан яңынан йыйғандар. Яңыртыу өсөн дүрт мең тоннаға яҡын металл талап ителгән. Хәҙер объектта инженер селтәрҙәре, яҡтыртыу системаһы һәм юл япмаһының ҡалған элементтары монтажлана. Төҙөүселәр билдәләүенсә, күпер яңынан ныҡлыҡ һәм ышаныслылыҡ ала.Күперҙе файҙаланыуға тапшырыуҙың һуңғы әҙерлеге. Эшселәргә юл билдәләрен ҡуйырға, барлыҡ ҡоймаларҙы нығытырға, декоратив детальдәрҙе ҡуйыуҙы тамамларға кәрәк. 11 октябрҙә Ағиҙел күпере аша күпер аша транспорт хәрәкәте башлана. Тарихи ҡиәфәтен һаҡлаған, әммә яңыртылған күпер, Өфөнөң үткәндәре менән киләсәге араһында ныҡлы һәм уңайлы бәйләнеш булдыра.