2026-сы йылда пенсия 1-се ғинуарҙан индексациялана

Был хаҡта Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығынан хәбәр иттеләр

Ведомство мәғлүмәте буйынса, пенсия түләү өсөн бөтәһе 13 триллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелә.

«Былтырғы кеүек үк, пенсияны ваҡытынан алда арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде: бер юлы 1 ғинуарҙан — инфляциянан юғарыраҡ. Страховка пенсияһы 7,6% индексациялана, һөҙөмтәлә ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 2 мең һумға тиерлек арта һәм 27,1 мең һум була», — тиелә хеҙмәт министрлығының белдереүендә.Социаль пенсия 1 апрелдән 6,8% индексациялана.