Александр Окатьев Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор итеп тәғәйенләнде

Уның менән Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров таныштырҙы.
  • Александр Окатьев Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор итеп тәғәйенләнде

Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, баш федераль инспекторҙы тәғәйенләү төбәк өсөндә, идара итеү командаһы өсөн дә мөһим ваҡиға

Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор, үҙ сиратында, республиканың үҫеш юлында булыуын, төҙөлөштөң әүҙем барыуын, барлыҡ бурыстарҙың теүәл үтәлеүен билдәләне.

Александр Окатьев 1972 йылда Киров өлкәһенең Лянгасово ҡасабаһында тыуған. Урал дәүләт юридик академияһын тамамлаған. Прокуратура органдарында эшләгән. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнсе Татарстан буйынса федераль инспектор булып эшләгән.