Башнефть тағы ла яғыулыҡҡа хаҡтарҙы арттырҙы

Быға тиклем Башнефть 28 сентябрҙә яғыулыҡҡа хаҡтарҙы яңыртҡайны.
Башнефть тағы ла яғыулыҡҡа хаҡтарҙы арттырҙы

Хәҙер 92-се маркалы бензиндың бер литры 57 һум 75 тин, Атум төрө 59 һум 5 тин менән һатыла. 95-се маркалы бензиндың Атум төрө 62 һум 75 тин тора. Дизель яғыулығына хаҡ үҙгәрмәгән – 68 һум 90 тин. АИ-100 маркалы бензиндың литры 81 һум 15 тингә еткән.