Синоптиктар ял көндәренә фаразын еткерҙе

Байрам көнөндә ҡояшлы һәм йылы була.
Синоптиктар ял көндәренә фаразын еткерҙе

Быйыл республика көнө, шәмбегә тура килә. Шуға күрә байрам дүшәмбегә, 13 октябргә күсерелә. Йома, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Мәғлүмәттәр буйынса, 11 октябрҙә, һауа температураһы +14 градусҡаса йылына, яуым-төшөм көтөлмәй. Йәкшәмбе, 12 октябрҙә, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй — көндөҙ +12, төндә +5, +7 градус йылы. Дүшәмбе, 13 октябрҙә, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Көндөҙ һауа температураһы +9 градус йылы булыуы күҙаллана.