Чиновниктарҙы Ҡариҙел районында юл төҙөлөшөнә ҡул һелтәп ҡарауҙа ғәйепләйҙәр

Тулыраҡ: Чиновниктарҙы Ҡариҙел районында юл төҙөлөшөнә ҡул һелтәп ҡарауҙа ғәйепләйҙәр

Чиновниктарҙы Ҡариҙел районында юл төҙөлөшөнә ҡул һелтәп ҡарауҙа ғәйепләйҙәр. Тәфтишселәр фаразлауынса, вазифа биләгән кешеләр ғәйебе менән юлсылар иҫәбенә бюджеттан законһыҙ рәүештә 200 миллион һум аҡса күсерелгән.

Тәфтиш комитетында Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығынан килгән барлыҡ материалдарҙы ентекләп тикшергәндән һуң, енәйт эше ҡуҙғатылды. Башҡортостандың юл хужалығы идаралығынан вазифа биләүселәр шик аҫтына ҡуйыла. Былтыр ноябрь улар “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте менән Ҡариҙел районында юл һалыуға дәүләт контракты төҙөй. Декабрҙә чиновниктар күләмен тикшереп тормай эште ҡабул итеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуя. Һөҙөмтәлә юлсылар иҫәбенә 200 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелә.