Башҡортостанда ер менән иш итеүселәр күберәк ришүәт ала. Ошо хаҡта ришүәтселеккә ҡаршы комиссия утырышында билдәләнде.
Былтыр республика буйынса муниципаль һәм ҡала ерҙәренә бәйле килешеүҙәр төҙөгән ваҡытта аҡса талап итеп 37 вазифалы кеше тотолған. 17 районда ошоға бәйле енәйәти тикшереү эштәре башҡарылған. Ришүәт өсөн Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәре һәм 5 муниципаль чиновник эшенән бушатылған. 141 түрә яуаплылыҡҡа тарттырылған.