Өфө эшҡыуарҙары Татфондбанктың лицензияһын тартып алыу һөҙөмтәһендә ҡатмарлы хәлдә ҡалды. Бер компания банктан 20 миллион һумлыҡ кредит алған. Әммә аҡсалар күсеп өлгөрмәйенсә, банк иҫәбендә ҡалған. Шулай ҙа, эшҡыуарҙан ошо алмаған кредиты өсөн проценттарҙы түләттерергә йыйыналар. Тулыраҡ киләһе видеояҙмала.
Руслан Абдуллин буласаҡ завод урынын күрһәтә. Тик төҙөлөш башланмай ҙа туҡтап ҡалған. Әлегә бында асыҡ һауала битум фасовкалайҙар.
Бәләкәйҙән урта эшҡыуарлыҡҡа күсергә йыйынған компания хәҙер ҡытлыҡ кисерә. Инвестиция өсөн компанияның бөтә махсус техникаһын залогка һалып, Татфондбанктан 20 миллион һумлыҡ кредит алған. Тик ул аҡсалар эшҡыуарға килеп етмәйенсә, иҫәптә ҡалған. Шулай ҙа, компания етәксеһенә ошо кредиттың проценттарын түләргә ҡушалар.
Татфондбанктың лиценцияһын март башында тартып алдылар. Был турала Руслан Абдуллин, финанс ойошмаһының башҡа клиенттары кеүек үк интернеттан ғына белеп ҡала. Әйткәндәй, Татарстандың иң ҙур банктарының береһендә ғауға йыл аҙағында уҡ башланды. Кешеләр аҡсаларын алырға ашыҡты. Ә банктың идара рәйесен ҙур күләмдә мутлашыуҙа ғәйепләп, ҡулға алдылар.
Татарстан хөкүмәте зыян күреүселәр менән осрашыуҙар ойоштора. Татфондбанк иҫәбендә 35 меңгә яҡын ойошманың аҡсалары ҡалған. Уларға махсус реестрға сиратҡа баҫырға ҡушылған. Ә Башҡортостанда иһә был банктың филиалдары алты ҡалала эшләгән. Шуға Татарстанда килеп тыуған хәлдән, беҙҙең республика эшҡыуарҙары ҙа зыян күрә. Руслан Абдуллин ҙур проектын тормошҡа ашыра алмауында, партнерҙары менән мөнәсәбәттәре боҙолоуҙа, компанияның абруйын төшөрөүҙә банкты ғәйепләп судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына.