Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған ваҡиға көслөләр байрамына әүерелде. Стронгмендар ҡала халҡы өсөн махсус шоу әҙерләгәйне. Тимер шарҙарҙы, машина тәгәрмәстәрен ҡулда өйрөлтһөндәрме, был яңы донъя рекордын ҡуйыуҙа әҙерлек кенә. Башҡорт бәһлүәндәренә 40 тонналыҡ хәрби техниканы урынынан ҡуҙғатып бер нисә метрға һөйрәү бурысы ҡуйылғайны.
Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин командаһына 4 спортсы инде – Денис Ваһапов, Рәил Бикмаев, Айҙар Байсурин һәм Руслан Саҙыҡов. Улар барыһы ла республика һәм ил кимәлендә уҙғарылған көслөләр ярыштары призерҙары.
Спортсыларға донъя рекордын башҡарыу өсөн 3 мөмкинлек бирелде. Беренсеһе бик үк уүышлы булмаһа ла, хаталар иҫәпкә алынды, һәм ниһайәт, Башҡортостан бәһлүәндәре ракета комплексын 8 метрға һөйрәп яңы донъя рекордын ҡуйырға өлгәште.







