Батуми ҡалаһында тәртипһеҙлектәрҙә ҡатнашҡан 40 кеше ҡулға алынған. Аджарияла йөҙләгән кеше ҡаланың полиция идаралығы янында юлды ҡаплап хоҡуҡ һаҡлаусыларға буйһонмаған 6 кешене азат итеүҙе талап иткән. Митингта ҡатнашыусылар раҫлауынса, ҡулға алыныусыларҙың береһе бик ҡаты туҡталмаған.
Төркиә хөкүмәте ағзаларын Роттердамға индермәгәс, Рәжәп Эрдоган Голландияға халыҡ-ара дипломатия буйынса һабаҡ биререгә йыйына. “Европа расисзмға тәгәрәй,”- тейеш тигән Төркиә президенты. Эрдоган яҡлылар Нидерландтар етәкселегенең был аҙымына яуап итеп тәртипһеҙлектәр ойошторған. Голландияла әле 500 мең төрөк йәшәй.
Грецияла фермерҙар эш ташлаған. Улар һалым һәм йыйымдарҙың артыуына борсолоу белдерә. Ауыл хужалығы министрлығы янындағы демонстрация полиция менән бәрелешкә тиклем барып еткән. Фермерҙарҙы ҡыуыу өсөн күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланылған.
Италияла донъялағы иң ҙур аэродинамик торба асылған. Унда һауа ағымының тиҙлеге сәғәтенә 400 саҡырымға етә. Аэродинамик торбаға инеүселәр парашютсылар 4 мең 500 метрлыҡ бейеклектән һикергән тойғоларҙы кисерә.
Ҡытайҙа бер водитель идараны юғалтып бер ҡатлыҡ йорт ҡыйығына менеп ултырған. Йорт өлөшләтә емерелгән, уның хужаһы иҫән ҡалған. Хонда водителенә ергә төшөр өсөн баҫҡыс кәрәккән.