Башҡортостан атлетының яңы уңыштары

Тулыраҡ: Башҡортостан атлетының яңы уңыштары

Башҡортостан атлетының яңы уңыштары. Бөрө спортсыһы Данил Лысенко хәҙер Европа һәм донъя ареналарын яуларға ниәтләй. Рәсәй спорты өмөтө тураһында хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов репортажы.

Данил Лысенконы “Бөрө сиңерткәһе” тип йөрөтәләр. Йәш спортсыға тағылған был ҡушаматты бөтә гәзит-журналдарҙа эләктереп алды. Мәскәүҙә Олимпия резервы училищеһында уҡып йөрөгән егет бер кемгә лә үпкәләмәй, киреһенсә, ошо ҡушамат яңы үрҙәр яуларға ярҙам итер, тип шаярта. Әле Рәсәй чемпионы ҡышҡы каникулдарын тыуған ҡалаһында үткәрә.

Яңы ғына 19 йәшен тултырған Данил Лысенко кескәй саҡтан еңел атлетика менән шөғөлләнә. Хәҙер инде ул спорт мастеры. Рәсәй йыйылма командаһының алыштырғыһыҙ ағзаһы.

Башҡортостан спортсыһы хәҙер билдәле атлеттарға ла өлгө. Донъя чемпионы Иван Ухов та, “Бөрө сиңерткәһенең” ҡаҙаныштарын танырға мәжбүр. Тренерҙар ҙа үҙ тәрбиәләнеүсеһенең һөҙөмтәләрен юғары билдәләй.

Быйыл Мәскәүҙә үткән “Русская зима” ярышында Данил 233 сантиметр бейеклеккә һикереп, 1-се урын алды һәм Башҡортостандың яңы рекордын ҡуйҙы. Данилдың бөтә миҙалдары һәм кубоктары өйҙә айырым бер урында һаҡлана. Әсәһе үткән ярыштарҙы ҡарап әле лә һоҡлана. Балабыҙҙың һәр еңеүе ул беҙҙең дә еңеү ти, Ирина.

Ярыштар, турнирҙар араһындағы каникул атлет өсөн өҫтәмә күнекмәләр ваҡыты ғына.

“Бөрө сиңерткәһе” Данил Лысенкоға Рәсәйҙә ҙур өмөт бағлайҙар. Киләсәктә атлет Европа, донъя Чемпионаттарында ғына түгел, ә йәйге Олимпиадаларҙа ил данын яҡлар тигән ышаныс бар.