Өфөлә уңайлы ҡала мөхите программаһы үтәлешен тикшерәләр

Быға "Башҡортостан 24" телеканалында барған "Өфө ваҡыты" тапшырыуына тамашасыларҙың шылтыратыуҙары һәм бихисап ялыуҙары сәбәпсе булды.
  • Өфөлә уңайлы ҡала мөхите программаһы үтәлешен тикшерәләр

Өфөнән Азамат Сәхәүетдинов 13 йыл элек аварияға эләгә һәм ауыр йәрәхәттәр ала. Хәҙер ир коляскала йөрөргә мәжбүр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан әүҙем тормош алып бара: спорт менән шөғөлләнә, ҡала буйлап үҙе йөрөй һәм йәмәғәт ойошмалары менән берлектә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн булдырылған уңайлы ҡала мөхите программаһы үтәлешен баһалай. Ҡыҙғанысҡа күпселек урындарҙа етешһеҙлектәр бар. Хатта дарыуханаға барыу ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, сөнки, пандустар дөрөҫ ҡуйылмай, тип билдәләй ир.

Прокуратура вәкилдәре һәм йәмәғәт ойошмалары даими тикшереү уҙғарып тора. Уның һөҙөмтәләре ҡыуандырырлыҡ түгел. Ҡуйылған пандустарҙың, мәҫәлән, күпселеге талаптарға яуап бирмәй һәм хатта инвалидтар именлегенә хәүеф менән янай.

Әллә беҙҙең камераларҙы күреп, әллә ысынлап та был дарыуханала намыҫлы кешеләр эшләй, фармацевт шунда уҡ сығып, мөмкинлеге сикләнгән геройыбыҙға ярҙам итте.

Ә бына күрше дарыухана инвалидтарҙы күтәреп индерә торған платформа менән йыһазландырылған. Әммә, унда беҙҙең герой бөтөнләй эләгә алманы. Сәбәбе ябай ғына.

Рейд барышында бихисап етешһеҙлектәр асыҡланды. Ыңғай тәжрибә лә етерлек. Азамат Сәхәүетдинов беркетелгән поликлиникала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең уңайлыҡтарына ҙур иғтибар бүленә. Бында төп инеү урынында ремонт эштәре бара, шуға күрә администратор инвалидтарҙы ҡаршы ала һәм икенсе ишектән индереп, тейешле урынға оҙатып ҡуя.

Йәмәғәт транспорты менән хәлдәр башҡасараҡ. Азамат Сәхәүетдинов тротуарға күтәрелә алмағас, туҡталышҡа ихаталар аша һәм юл буйлап барырға мәжбүр. Ир билдәләүенсә, Өфөлә заманса автобустар ебәрелеү менән хәл ыңғай яҡҡа үҙгәргән. Водителдәр һәр ваҡыт булмаһа ла, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итергә тырыша.

Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә мөнәсәбәт йылдан йыл яҡшыра барыр, тип өмөтләнергә ҡала. Уңайлы ҡала мөхите программаһы исем өсөн ҡуйылған пандустар ғына түгел, ә иң мөһиме инвалид тураһында хәстәрлек күреү булһын ине.