Өфөлә матбуғат байрамы үтте!

Бөгөн баш ҡала үәгендә матбуғатҡа яҙылыусы көнөнә арналған ҙур сара үтте.
  • Өфөлә матбуғат байрамы үтте!

Ул инде күптән матур йолаға әүерелгән һәм йыл һайын Матбуғат йорто алдында уҙғарыла. Бында республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, тоғро уҡыусылар һәм йәш быуын вәкилдәре әүҙем ҡатнаша. Республика гәзит-журналдарына яҙылыусыларға бүләктәр әҙерләнде. Төп сара Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмөнә дәүләт наградалары тапшырылды.