Ғалимдар тарафынан эшләнгән асыштар республика, ил, хатта донъя өсөн мөһим. Башҡортостан башлығы институт ғалимдарын юбиилейы менән ҡотлап уларҙың бер төркөмөнә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Ҡырҡ йыллыҡ тарих
Рәсәй фәндәр академияһының Өфөлә металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.







