Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ Башҡортостан делегацияһы ҙур эшлекле сәфәр менән сит илгә юлланды.
Еңел сәнәғәт һәм медицина предприятиелары, металлургия һәм станоктар эшләү производстволары Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркында төп урын аласаҡ. Уның концепцияһын һәм хоҡуҡи базаһын әҙерләүҙә Башҡортостан белгестәре лә әүҙем ҡатнашты. Дүшәнбелә урынлашҡан иҡтисади биләмә менән Башҡортостан Башлығы яҡындан танышты. Радий Хәбиров технопарктың төҙөлөш майҙансығында булды.
Тажикстандың сәнәғәт һәм яңы технологиялар министры Шерали Кәбир менән осрашыуында ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре төп йүнәлештәрҙең береһе булды. Әңгәмә барышында Башҡортостана етәксеһе Тажикстандың беҙҙең республика менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға ынтылышын юғары баһаланы.
Радий Хәбиров республиканың Дүшәнбелә Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы вәкиллеген асырға әҙер булыуын белдерҙе.Үҙ сиратында Шерали Кәбир илдең Рәсәй эшҡыуарҙары һәм инвесторҙары өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыласағын билдәләне.
Туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлек юлдары Башҡортостан башлығының Тажикстан Хөкүмәте ҡарамағындағы туризмды үҫтереү комитеты рәйесе Джамшед Джумахонзода менән осрашыуында ла барланды. Радий Хәбиров республикаларҙың уникаль тәбиғәт объекттары, тарихи-мәҙәни һәйкәлдәр йәһәтенән оҡшашлығын билдәләне.
Өфө менән Тажикстанды бәйләүсе даими авиарейстың булыуы хеҙмәттәшлекте тағы ла киңерәк йәйелдереү өсөн ҙур мөмкинлек, тине Башҡортостан башлығы. Радий Хәбиров мөмкинлектән файҙаланып Дүшәнбеләге төп туристик нөктәләрҙең бер нисәһен барып та күрҙе. Яҡтар туроператорҙар эшмәкәрлеген көйләү, берлектегә туристик продукттар булдырыу һәм “Башҡорт оҙон ғүмерлеге” проектында ҡатнашыусыларҙы сәйәхәткә Таджикистанға ебәреү мөмкинлектәренә өйрәнде.
Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Дүшәнбе ҡалаһында был көндәрҙә барған Рәсәй һәм Таджикистан делегацияларының эшлекле осрашыуҙарында ҡатнаша. Эшлекле программала ике илдең берлектәге индустриаль паркын төҙөү ниәттәре имзалана. Шулай уҡ делегаттар сәнәғәт һәм социаль объекттар менән танышасаҡ.







