Яугир-ветерандар эшҡыуарлыҡ серҙәрен өйрәнә

Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары һәм ғаиләләре өсөн бизнес-академия форматында уҡытыу крусттары башланды.
  • Яугир-ветерандар эшҡыуарлыҡ серҙәрен өйрәнә

Уларҙың маҡсаты – үҙ эшеңде асыу һәм үҫтереү серҙәренә өйрәтеү.

Ришат Фәүзетдинов 18 йәшенән снайпер булып хеҙмәт итә. Махсус хәрби операция башланғас үҙ теләге менән илде һаҡларға юллана. Херсон өлкәһендә барған алыштарҙа янында мина шартлап, ауыр йәрәхәттәр ала. Өйөнә ҡайтҡас ҡатынына башҡорт тоҡомло ат бүләк итә, бейәгә Баныу тип исем дә бирәләр. Тап ошо йылҡынан ирҙең яңы тормошо башлана, хәҙер ул спорт клубы хужаһы.

Әле хужалыҡта туристар өсөн йорт төҙөлә. Ул киләһе йылдан ял итеүселәр һәм һыбай йөрөргә теләүселәр өсөн үҙ ишектәрен асырға әҙерләнә. Әлегә эшҡыуар ҡышҡа әҙерлек хәстәре менән мәшғүл.

Ришат Фәүзетдинов кеүек үҙ бизнесын алып барырға теләгәндәр бихисап. Ветерандарға үҙ эшен башларға Кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды менән “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды булдырған “СВОи новые возможности” тигән яңы программа булышлыҡ итә.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, программа ветерандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына тейешле белем биреп кенә ҡалмай, үҙҙәренең бизнес-планын тормошҡа ашырырға, остазлы булырға һәм финанс ярҙам алырға булышлыҡ итә.

Беҙҙең геройыбыҙ Ришат Фәүзетдинов та программала ҡатнашыусылар исемлегендә. Ул бизнес-академия курсттарына ҙур өмөттәр бағлай.

Махсус хәрби операция ветерандары өсөн курсттар яңы тормошҡа ишек аса. Ватанды һаҡлап, төрлө ауырлыҡтар аша үткән яугирҙар хәҙер тылда ла үҙ өлөшөн индерә ала.