Өфөлә атай кеше балаһын тәҙрәнән ташлаған

Утыҙ дүрт йәшлек ир сабыйын 4-се ҡаттан сығарып ташлаған.
  • Өфөлә атай кеше балаһын тәҙрәнән ташлаған

Ҡыҙ бала ауыр хәлдә 17-се дауаханала, уға операция эшләйҙәр һәм табиптар ғүмере өсөн көрәшә. Әсәһе өлкән улы менән Калининград ҡалаһына дауаланырға киткән, тип хәбәр итәләр. Ир бер-нисә йыл элек психологтарға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Бөгөн фатирынан әйберҙәрен сығарып ташлаған һәм ҡулға алған ваҡытта яланғас иҙәндә ятҡан. Хәҙер тикшереү бара.