Уларҙы оҫта хужалыҡта ҡуллана: ер һөрә, сәсеүҙә һәм бесән сабыуҙа файҙалана.
Был фотолағы тимер өлөштәренә ҡараһаң уларҙың ни өсөн кәрәклеге аңлашылып та бөтмәй кеүек. Баҡтиһәң, улар буласаҡ комбайн өлөштәре икән. Уны йыйыр өсөн миңә 2 ҡыш китте, тип бүлеште Азат Мөниров. Ауыл хужалығында ҡулланылған төрлө техникаға ҡыҙыҡһыныуым бала саҡтан килә. Олатайым трактор, атайым тракторҙы ла комбайнды ла йөрөттө, кесе сағымдан уҡ уларҙан ҡалышмай, бөтә нәмәне һорашып йөрөнөм, ҡандан киләлер инде ул, ти Азат. Шуға ла ир үҙ ҡулдары менән йыйған машина тураһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һөйләй.
Азат һөнәре буйынса балта оҫтаһы. Әрме сафтарында хеҙмәт иткәндән һуң 2009-сы йылда тыуған Борай районына ҡайтып ауыл хужалығы өлкәһендә эш башлай. 2013-сө йылда тәүге машинаһын йыя. Азат ҡорған комбайн заводта сығарылғандан яйыраҡ йөрөй. Әммә уны ир үҙе уйлап тапҡан. Был машина 5 берәмек техника өлөштәренән йыйылған.
Комбайндың үҙенсәлеге шунда:техникалағы бөтә өлөштәр үҙебеҙҙең илдә етештерелгән, шуға ла берәйһе эшлектән сыҡһа уны шундуҡ запас частар кибеттәренән барып алырға мөмкин, тип бүлеште Азат.
Комбайнды үҙебеҙ ҙә эштә һынап ҡараныҡ.
Азат үҙе эргәлә ултырып эш нескәлектәрен аңлатып барҙы.
Был эштә үтә лә иғтибарлы булырға кәрәк. Сабылған бесән менән сабылмаған бесәнде көн дә баҫыуҙа эшләмәгән кешегә айырып бөтөрөүе ҡатмарлыраҡ.
Комбайндан башҡа Азат күптән түгел үҙ ҡулдары менән трактор ҙа йыйыған. Ул йыл әйләнәһенә миңә бик ярҙам итәсәк, ти ир.
Азаттың төрлө техника менән идара иткәнен күреп төрлө крәҫтиән-фермер хужалыҡтары уны ярҙамға саҡыра. Әйткәндәй, оҫта ғаиләһендә 3 ҡыҙ, уртансы ҡыҙым Наҙгөл үҙем кеүек техника менән ҡыҙыҡһына, миңә ярҙам итә, тип бәхете менән бүлеште Азат
Киләсәктә оҫта тағы ла ҙурыраҡ һәм ауыл хужалығы өлкәһендә күберәк файҙа килтерә алған машина эшләргә хыяллана.







